Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Ғинуар 2021, 13:15

Еңеүселәр билдәле булды!

Киң мәғлүмәт сараларында, социаль селтәрҙәрҙә башҡорт халҡының телен, мәҙәниәтен, тарихын һәм хәҙергеһен популярлаштырыуға йүнәлтелгән проекттарға грант ярҙамы күрһәтеү өсөн конкурс еңеүселәре кем икән? Сайтта уҡығыҙ: ⏬

1. Ләйлә Аралбаева. Башҡорт телен популярлаштырыуға күп көс һалған мәҙәниәт эшмәкәрҙәре хаҡындағы бер шәлкем мәҡәләләр, «Башинформ» сайты.
2. Руслан Вәлиев. "Башҡортса һөйләшәбеҙ" рубрикаһы, Эхо Москвы радиоһы
3. Рәфит Фәйзрахманов]. Иҫән-хан тураһында хикәйә.
4. Альберт Мәхмүдов. Бер башҡорт экспонатының тарихы.
5. Серле Хәстрүш. "Бәйләнештә"ге "Серләшәйек" төркөмө, инстаграмда @serle_102 блогы.

Күреүегеҙсә, конкурста журналистар, проект етәкселәре генә түгел, ә төрлө сәхифәләрҙең администраторҙары ла ҡатнаша ала. Конкурстың маҡсаты – киң мәғлүмәт сараларында һәм һәм социаль селтәрҙәрҙә башҡорт теле тураһында контентты арттырыу, телгә һәм халыҡҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу. Йомғаҡ ай һайын яһала, жюри ағзалары биш еңеүсене һайлай, улар 10 000 һумлыҡ сертификат менән бүләкләнә.
#БашФонд
Читайте нас