Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Января 2021, 09:23

Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиада иртәгә тамамланасаҡ

Быйыл онлайн форматта ойошторолған бәйге 35 тапҡыр уҙғарыла. Ошо йылдар дауамында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиада төбәк-ара статусын алды, телебеҙҙе, әҙәбиәтебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе яҡшы белгән, ихтирам иткән көслө уҡыусыларҙы асыҡлау мәктәбенә әүерелде. 2019 йылда Рәсәй олимпиадалары һәм конкурстары исемлегенә инде, еңеүселәргә һәм призерҙарға Башҡортостандағы юғары уҡыу йорттарына ингәндә өҫтәмә мәрәй бирелә.

Яңы форматта ойоштороу олимпиадала ҡатнашыусыларҙың һанын арттырырға булышлыҡ итте. Быйыл 728 уҡыусы саҡырыу алды. Олимпиаданың географияһы киңәйә - олимпиадала 7 төбәктән уҡыусылар көс һынашты.
Һуңғы этапта район, ҡала олимпиадаларында яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән уҡыусылар ғына ҡатнаша алды. Силәбе, Ырымбур, Ҡурған, Һамар өлкәләре, Пермь крайы, Татарстан Республикаһынан 26 уҡыусы олимпиадала ҡатнашырға теләк белдергән.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса XXXV төбәк-ара олимпиадала ҡатнашыусы уҡыусылар өс турҙа үҙҙәренең көсөн һынап ҡараны. Олимпиаданың яҙма эштәре "Туған тел донъяһы" порталында, телдән башҡарыласаҡ эштәр Zoom платформаһында ойошторолдо. Еңеүселәрҙең исемдәре 23 ғинуарҙа сәғәт 12.00-лә YouTube каналында "Мир родного языка" төркөмөндә иғлан ителәсәк.
Читайте нас