Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Ғинуар 2021, 11:13

Башҡорт батыры алышасаҡ!

Билдәле спортсы Руслан Яманбаев был юлы Һарытау ҡалаһынан Сеймур Рзаев исемле көрәшсе менән көс һынашасаҡ.

Руслан сығышы менән Дәүләкән ҡалаһынан, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлаған. Үҙенең әйтеүенсә, студент йылдарынан кикбоксинг, бокс менән шөғөлләнә. Рәсәйҙең ҡатнаш көрәш, кикбоксинг һәм хәрби самбо буйынса спорт мастеры исеменә лайыҡ булған. Ул оҙаҡ ваҡыт Екатеринбургтағы «Ратиборец» көрәш клубы өсөн сығыш яһағандан һуң, былтыр Башҡортостанға ҡайтты. Хәҙер Өфөлә йәшәй, тимәк, Башҡортостан данын яҡлаясаҡ.
Быға тиклем ул 16 профессиональ алыш уҙғарған, шуларҙың һигеҙендә еңеүгә өлгәшкән, етәүһендә еңелгән (берәүһе тигеҙ иҫәп). Сеймур Рзаевҡа килгәндә, ул спорт карьераһын 2-3 йыл элек кенә башлаған — профессиональ рингта дүрт тапҡыр сығыш яһаған, бер тапҡыр еңелгән.
Алыш 9 февралдә Мәскәүҙә уҙасаҡ. Башҡорт батырына уңыштар юлдаш булһын!
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас