Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Ғинуар 2021, 06:10

Баш ҡала юлдары ялтырап ятасаҡ

Быйыл Өфөлә "Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проекты буйынса 19,01 километр юл яңыртыласаҡ. Нуғай ҡасабаһына табан шоссе ла шул иҫәпкә инә. Әле подрядсы ойошмалар һайлап алыу буйынса конкурс башланған. Көндәр йылыныу менән эшкә тотонасаҡтар.

Өфөнөң Әрмән, Ветошников, Николай Дмитриев, Выгонная, Район, Ухтомский урамдарында асфальт яңыртыла, Алексеевка юлы ла ремонтланасаҡ.
Өфө-Нуғай юлы 2020 йылда төҙөкләндерелә башлаған. Эш быйыл да дауам итәсәк. Туҡталыштар ҙа ҡуясаҡтар.

Галле округы урамында капиталь ремонт дауам итә. Шулай уҡ Комсомол, 8 Март урамдары, аэропортҡа киткән юлда Ағиҙел аша яңы күпер ҙә һалына.
Милли проект буйынса башҡарылған юл эштәренең тулы исемлеге бында: ссылка.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте сайтынан.
Читайте нас