Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Ғинуар 2021, 07:50

Бөтә донъя Фольклориадаһы быйыл үтерме?

Әгәр ҙә ғәҙәти йыл булһа, беҙҙә былтыр йәй шаулап-гөрләп Бөтә донъя Фольклориадаһы үтеп китер ине. Әммә пандемия иғлан ителеү сәбәпле, ул сара быйылға күсерелде. Нисегерәк булыр? Ҡабул итә алырбыҙмы донъя халыҡтары вәкилдәрен?

Фольклориада тураһында ҡарар яҡын көндәрҙә билдәле буласаҡ. Кисә журналистар менән брифинг ваҡытында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов шулай тип белдерҙе.
Фольклор ижады буйынса халыҡ-ара фестиваль быйыл июлгә күҙалланған. Әҙерлек 2019 йылда уҡ башланғайны. Тик бөгөнгө шарттар мөмкинлек бирерме икән?
Ойоштороу комитетынан хәбәр көтәбеҙ.
Фото: vk.com
Читайте нас