Мине оҙата сыҡҡан, Ә. әхирәтем ,нимәнелер иҫенә төшөргәндәй, ҡапыл туҡтап,кеҫәһенән бер һәлмәк кенә нәмәне усыма һалды. Нимә булды был,тип, ауыҙымды асыуға, башын ғына бороп,тебе пригодиться, тине лә ул ҡапҡаһынан кереп тә юғалды. Был хәл бынан ун биш йылдар самаһы элек булғайны. Хәтеремдә уйылып ҡалыу сәбәбе лә бар:шул йылы хаҡлы ялға сығып, комьютерҙа эшләргә өйрәнә башлағайным.Бер нисә йыл үтеп тә китте. Теге бәләкәй генә ҡош күкәйенә оҡшаған оҙонса ҡара ташты ҡарайым да кире һалам.Ташларға ҡыймайым, һиңә кәрәк буласаҡ, тигәнде иҫтән сығармайым.Йәнә осрашырға яҙғанда, уны ҡайҙан алдың,тип һорайым . Күпме тырышмаһын, ташты ҡайҙан алғанын хәтеренә төшөрә алманы. Мәғлүмәт миңә килә һәм тиҙ генә юғала,ти. Бер мәл, минән берәү һорай:компьютерҙа өйрәнгәндә, күҙҙәреңдең арығанын нисек бөтөрәһең.Ә һин, нисек тием. Яҙынып бөткәс,сей бәрәңгене ҡырып, шуны күҙ ҡабағымдың өҫтөнә һаламын, тип аптыратмаҡсы .Ундай алымдар минең байтаҡ ул.Компьютерҙы салауат әйтеп асам, ябамын, тием.Кискеһен эш бөткәс,аш ҡалағына һыу һалам( шишмә һыуы яҡшыраҡ).Шул һыу өҫтөнә Фәтихә, Ихлас сүрәләрен уҡыйым.Эйелеп,күҙҙәремде алмаш-тилмәш шунда тотам. Күҙҙең аҫҡы моҡсайына эләккән ҡыл һ. б шуның кеүектәр һыуға сыға. Имеҙеүле әсә булһа, уның имсәк һөтөн дә ,бик булмаһа һыйыр һөтөн дә күҙ эсенә һалғаным бар, тип яуап ҡайтарам. Улай икән, ти был, уйланып. Шул саҡ теге үҙемдә оҙаҡ йылдар эшһеҙ ятҡан таш иҫемә килеп төштө. Һәм кисен, йоҡларға ятыр алдынан уны күҙ ҡабағым өҫтөндә алмаш-тилмәш тота башланым. Шул ваҡыттан алып уны күҙташ тип атаным. Ысынлап та, күҙҙәргә ял биреүе һиҙелде. Таштарҙың шифаһы хаҡында күберәк белергә теләп,мин биология-химия уҡытыусыһына мөрәжәғәт иткәйем. Ул бына ниндәй мәғлүмәт бирҙе:баҡтиһәң,кеше организмы өсөн кислородтан ҡала, кремний икенсе урынды тора. Кремний етешмәһә, бихисап сирҙәр арта: күҙҙәр ауырта, тырнаҡтар һына, сәстәр ҡойола ,һ б… Миндәге ташты тотоп ҡарағас,ул бында балсыҡ менән кремний ҡатнаш-маһы кремнезем барлығы тураһында еткерҙе. Ундай ҡатнашмалар аҡ, күк балсыҡ, шифалы ләмдә,диңгеҙ һыуҙарында,минераль һыуҙарҙа, балсыҡташтарҙа,картуф ҡабығында, әрем,меңъяпраҡ үләндәрендә бар.Был миҫалды күп дауам итергә мөмкин .. Организмда кремний тейешле миҡдарҙа булмаһа, күпме генә аҡ ҡулланма,барыбер кальций үҙләштерелмәй икән.Был бигерәк тә йөклө ҡатындарға ҡағыла. Шул сәбәпле ауырлы әсә аҡбур көҫәй. Ҡайһы берәүҙәрҙең аҡ балсыҡты ашағандарының сәбәбе хәҙер аңлашыла.Йәш баланың һейҙегендә лә кремний бар икән.Ауылдағы ҡайһы бер ололарҙың,дауаланыу өсөн, бала һейҙеген ни өсөн һорап алғандары хәҙер аңлашыла.
Ҡара таштар бөгөнгө көндәрҙә лә ара-тирә килеп сыға. Бер мәл аят табыны тамамланғас, ағинәйҙәр менән әлеге таш тураһында һүҙ сыҡты.Ҡара таш Г. тигән ҡатында ла булған икән. Уны әле йәшәгән йортоноң бәрәңге баҡсаһынан табып алған.Килтереп күрһәтте был.Ҡулдан-ҡулға йөрөтөп ҡараныҡ.Минең күңелдә тик бер һорау :кем һәм уны ни өсөн файҙаланған. Ололарҙан һораштыра торғас, бына ниҙәр асыҡланды:әлеге Г. йәшәгән йорт урынында бынан ярты быуат элек йылдар элек Ҡобара (мәғәнәһе аура була икән) әбейе менән Иғытулла бабай йәшәгән. Бабай дегет ҡайнатып һатыусы,әбейе таштар ярҙамында сирлеләрҙе имләүсе булараҡ халыҡ хәтерендә ҡалған.Үҙҙәре вафат булғандан аҙаҡ, әлеге таш унда-бында ҡағылып йөрөгәндән аҙаҡ,баҡсала урынын таба.Г. шуны табып ала һәм өйөнә алып ҡайтып ауҡам урынға һалып ҡуя. Музейға экскурсияға бер ханым килгәйне. Йомро ташты ҡулында тотоп ҡарағас,был каруан менән килгән.Ауылда уның йәнә ике иптәше бар икән, тип аптырауға ҡалдырмаһынмы… Уның һүҙҙәрен раҫлауҙан башҡа бүтән сара тапманым…