Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Ғинуар 2021, 10:07

Рөстәм Әхмәҙинуров та ковидтан прививка эшләткән

“Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров коронавирустан вакциналауҙың беренсе этабын үткән.

Ковид менән ауырыуға ҡарамаҫтан, медиктар уға прививка эшләтергә тәҡдим иткән.
«Һигеҙ ай самаһы элек коронавирус менән ауырыным. Тәүҙә антиесемдәр күрһәткесе 17,5 кимәлендә ине, һуңынан 14-кә төштө, әле иһә ул 12-гә тиң. Был иһә миндә коронавирусҡа ҡарата иммунитет юҡ тигәнде аңлата, тимәк ҡабат ауырымайым тигән гарантия ла юҡ», — тип аңлата Рөстәм Әхмәҙинуров үҙенең ни өсөн прививка эшләтергә ҡарар итеүен.
Уның әйтеүенсә, республикала көн һайын 160 – 170 кеше коронавирус менән зарарлана, шунлыҡтан вакциналау ҙур әһәмиәткә эйә.
«Кешеләр менән әүҙем эшләү сәбәпле, прививка эшләтергә ҡарар иттем. Яҡын арала үҙем сирләмәү һәм башҡаларҙы зарарламау өсөн гарантия булыр, тип ышанам. Минең таныштарымдан 20-ләп кеше вакцина эшләте һәм үҙҙәрен яҡшы тоя. Башҡаларға ла был процедураны үтергә тәҡдим итәм», — ти ул.
Партияның башҡарма комитеты етәксеһе «Гам-КОВИД-Вак» («Спутник V») вакцинаһын эшләтте. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, уның һөҙөмтәлелеге 91,4 процент тәшкил итә. Киләсәктә был күрһәткестең тағы ла артыуы көтөлә.
Фото:Башинформ.
Читайте нас