Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Ғинуар 2021, 15:35

Мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт саралары даирәһе 2020 йылда нисек эшләгән?

Тармаҡ эшмәкәрлеге йомғаҡтары буйынса онлайн-брифинг үтте. БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов, БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев журналистар һорауҙарына яуап бирҙе.

Үткән йыл айырыуса мәҙәниәт тармағына һынау булып килде. Сөнки пандемия арҡаһында күп мәҙәни сара кисектерелде, концерттар, театрҙар тамашасыны ҡабул итә алманы. Әле лә тамашалар залы тулмай. Әлбиттә, бында иң тәүҙә кеше һаулығын хәстәрләү ҙур роль уйнай. Һөҙөмтәлә нимә? Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова әйтеүенсә, билет һатыуҙан алынған килем ныҡ ҡына төшкән. Шулай ҙа мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре эшһеҙ булмағандыр. Беҙ төрлө концерт программалары әҙерләнеүе хаҡында, яңы спектаклдәр репетицияһы тураһында хәбәрҙәрҙе ишеттек, хатта онлайнда күрҙек.

Ауыр осор булыуға ҡарамаҫтан, дәүләт ярҙамы менән мәҙәниәт учреждениелары зыян күрмәне. Быйылға ла пландар ҙур. Әйткәндәй, Башҡорт дәүләт академия драма театры ҙур залын асты, ә Рус дәүләт академия театрында ремонт күҙаллана.

БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов та төрлө һорауға төплө яуап бирҙе. Ул бөгөн генә Татарстан Республикаһы Хөкүмәтенең вице-премьеры Вәсил Шәйхразиев менән осрашҡан. Азат Шамил улы билдәләүенсә, осрашыу йөкмәткеле үткән, улар милләт-ара мөнәсәбәт, берлектә эшләү, башҡорт һәм татар мәҙәниәтен, телен һаҡлау буйынса һөйләшкән.

Азат Бадранов шулай уҡ республикала әҙәбиәткә, яҙыусыларға, китап сығарыуға бәйле пландар менән дә уртаҡлашты.

БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев тармаҡта барған үҙгәртештәр тураһында һөйләне. Быйыл алда күп эш тора. Әйткәндәй, “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йортонда яңы етәксе, яңы команда. Әлбиттә, улар менән бергә алға йүнәлергә иҫәп тотабыҙ.

«Бөгөн ҡаҙнанан ғына финанслау - беҙҙең тармаҡ өсөн берҙән-бер сығанаҡ була алмай. Шуға ла башҡа сығанаҡтар эҙләү буйынса саралар күҙалланған. Яңы йылда һөҙөмтәле эшләргә уйлайбыҙ», - тине Максим Ульчев.

Дөйөм алғанда, мәҙәниәт тә, киң мәғлүмәт саралары ла барыбер дәүләт ярҙамына мохтаж.

Фото: vk.com
Читайте нас