Ғинуар айында гел генә, балаларым каникулға ҡайтҡанда, бөтәбеҙ бергә йыйылғанда, тип атай-әсәйемә, ҡайны-ҡәйнәмә, иртәрәк китеп барған яратҡан ғына ҡайынбикәмә аят уҡыта торғайным.Быйыл пандемия булғас, ололарҙы йыйып ултырыу уларҙың һаулығын уйламау булыр ине.Ә аятҡа мин йәштәрҙе алыуҙы бик өнәп етмәйем, сөнки улар донъя хәлдәрен , яңылыҡтарын һөйләп, һорашып, ҡайһы саҡта көлөшөп, дөрөҫөн генә әйткәндә, аят тыңлай белмәйҙәр.
Быйыл бер йәш кенә чечен егете, йома-кесаҙна һайын ауыл магазиндарында бушлай икмәк таратып, миңә матур өлгө күрһәтте! Пандемия үтеп киткәнсе, мин дә шул изге эште атҡарып торорға булдым.Бер аҙнаның йомаһында атай-әсәйем, икенсеһендә ҡайным-ҡәйнәм, өсөнсөһөндә ҡайынбикәм рухына бағышлап бушлай икмәк таратттым.Тик бер ҡулға икәүҙән артыҡ бирмәҫкә, тигән талап ҡуйҙым, әтеү ҡайһы берәүҙәр бушлай килгән икмәк, тип эт-бесәйенә алырға мөмкин...
Таратасаҡ көндә иртәнсәк нийәт әйтеп, үҙем белгән доғаларҙы уҡып ҡуям.Йыл да аятҡа саҡырған ғаилә муллабыҙ ҙа быйыл теге ҡәһәрле зәхмәттән китеп барҙы шул.Эй, уның ғына уҡыуын оҡшата инем.Һуңғы 20 йылда тик Рәфәғәт мулла ғына уҡыны бөтә аяттарымды ла, балаларымдың ҡолағына исемдәрен дә ул ҡысҡыртты, ҡорбан аштарына ла аят уҡытырға уны ғына алдыра инем. Урыны йәннәттә булһын инде!
Нимәгә быны яҙаммы? Бәлки, ҡайһы берәүҙәргә ошо тәжрибә оҡшап ҡуйыр.Ололарҙың һаулығын уйлап, уларҙы аяттарға йыйып, ауырытып ҡуйғансы, бәлки, ошо ысул йәтешерәктер, тип уйлайым.Унан етешһеҙерәк йәшәгән ғаиләләргә лә ярҙам булыр ине.Яҡын ғына ике танышым был тәжрибәне эләктереп тә алды инде, ҡыуана-ҡыуана йома көндәрендә береһе олатаһы, икенсеһе әсәйе рухына, тип икмәк тараттылар.
Фотола Бөрйән районы Нәби ауылынан әсәйем Зөлхәмизә Зөлфәр ҡыҙы (сығышы менән Әбделмәмбәт ауылы ине), атайым һуғыш ветераны, ауыл хәбәрсеһе Мөҙәрис Рәхмәт улы Йәғәфәровтар.