Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Ғинуар 2021, 11:32

"Ленин йәшәйәсәк..." Бөгөн Ленин бабайҙың үлгән көнө

Кемдәр уны иҫләй, йөрәккә баҫығыҙ.

ЫШАНЫС

Ленин бабай, бер мөғжизә булып,
Ҡараш һалһаң Рәсәй еренә,
Күргәнеңдән шаңҡып, сытырлатып,
Йомор инең күҙҙе киренән.

Эй дөрөҫ тә ине тәғлимәтең;
Ике синыф ерҙә булмаһын,
Ергә хужа булһын ауыл халҡы -
Баҫыуҙарҙа иген шаулаһын!

Завод - фабрикалар - эшселәргә!,
Бик хаҡ, дөрөҫ ине был һүҙҙәр.
Нисә тиҫтә йылдар атланыҡ беҙ
Ленин һуҡмаҡ һалған шул эҙҙән.

Гөрләп сәскә атты Совет иле,
Көслө Держава - ҙур Ил ине!
Коммунизмға, тип әйҙәп торҙо
Беҙҙең илде даһи Ленины.

Октябряттар,пионерҙар булдыҡ,
Комсомолдар булдыҡ, коммунист.
Барыбыҙҙың хоҡуҡ берҙәй ине,
Бай ҙа, ярлы ла юҡ - бер инек.

Тәғлимәтең дөрөҫ кеүек ине,
Ҡайҙа ебәрҙек һуң хаталар?
СССР- ҙы нимә тарҡатты һуң?-
Күптәр шулай башты ваталар.

Алла урынында Ленин булды,
Онотоп та бөттөк асылды.
Беҙҙең телдәр АЛЛАҺ һүҙен әйтмәй,
Ленин бабай, тиеп асылды.

Иман ҡасҡан көслө илебеҙҙә
Емерелде күпме мәсеттәр.
Диндар кешеләргә яла яғыу
Әйләнде лә китте кәсепкә.

Хаҡ Тәғәлә яза сифатында
Бер Миңлебай беҙгә ебәрҙе,
Уның сәйәсәте, һә, тигәнсе
Көслө Державаны емерҙе.

...Ауыл халҡы - эшһеҙ, баҫыуҙар - буш,
Сайҡалмай игендәр ҡырҙарҙа,
Һүнеп ҡалды ауыл клубтары,
Ишетелмәй дәртле йырҙар ҙа.

Завод - фабрикалар уртаҡ түгел,
Хужа булды йылғыр әҙәмдәр.
Ҡыҙыл түгел хәҙер Байрағыбыҙ -
Төрлө төҫтә беҙҙең әләмдәр.

Ленин бабай һөргөндәрҙә булған,
Шушенскийҙа ятҡан - ҡыуышта.
Ярты Рәсәй хәҙер һөргөндәрҙә,
Себерҙәрҙә йөрөй - һыуыҡта.

Уҡырға, тип әйткән өндәмәгә
Тоғро бөгөн йәштәр - уҡыйҙар.
Дипломдары кеҫәләрҙә ята,
Эш таба(а)лмай ғына йонсойҙар.

...Өмөт осҡондары ҡабындырып,
Яйлап ҡына ҡайта имандар,
Мәсеттәр бар хәҙер ауыл һайын,
Вәғәз һөйләй хәҙрәт, имамдар.

Хаҡ Тәғәлә сауаптарын алһа,
Рәсәйебеҙ ҡабат терелер.
Алдынғы ла, иманлы ла илде
Алла бирһә, мотлаҡ күрелер!

Флурә Маликова - Йомағужина.
Читайте нас