Яңғыҙ йәшәгән ҡатын "Берҙәм Рәсәй"ҙең колл-үҙәгенә шылтыратып, утын ярып, ҡар көрәп биреүҙәрен һораған. Йәштәр утын ярып, мейес яҡҡас, ҡар көрәгәндәр, сәйгә тәмлекәстәр ҙә алып килгән.
Пенсионер өҫтөнән шефлыҡ алған ирекмәндәр артабан да уға ярҙам итәсәк. Яҙ еткәс, ирекмәндәр уның йорт участкаһын кәртәләйәсәк.
Валерия Васюк ирекмәндәргә тәрән рәхмәтле тороп ҡалған. Оло кешегә күп кәрәкме инде...
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.