Яҡташыбыҙ, популяр йырсы Элвин Грейҙың лейблы суд ҡарары буйынса 200 мең һум штраф түләргә мәжбүр буласаҡ. Ҡазандың Вахитов район суды материалдарына яраҡлы, йырсы 9 декабрҙә “Пирамида” күңел асыу комплексында уҙған концертында ковидҡа ҡаршы сараларҙы үтәмәгән. Был хәл социаль селтәрҙәргә һалынған фото-видеолар аша асыҡланған.