Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Ғинуар 2021, 13:13

Судьялар ковидтан вакцина эшләтә

Ковидҡа ҡаршы вакциналау кампанияһына баш ҡаланың Киров районы суды хеҙмәткәрҙәре лә ҡушылды.

Яңы коронавирус иПо информации Кировского районного фекцияһына ҡаршы прививканы суд рәйесе Роберт Усманов менән бергә 30-ҙан ашыу суд хеҙмәткәре эшләткән.
«Тәүҙә хеҙмәткәрҙәр араһында вакцина эшләтергә телеүселәрҙе асыҡланыҡ. Теләүселәр күп булды. Ауырыуҙың иң көсәйгән мәле ноябрь – декабрь айҙарына тура килгәнлектән, ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәр антитәнсәләр булыуына һылтанып, вакциналауҙан баш тартты. Һуңынан медицина учреждениеһына мөрәжәғәт иттек һәм вакциналауҙың беренсе этабын үттек. Күп кенә хеҙмәткәрҙәрҙә баш ауыртыу, хәлһеҙлек кеүек реакциялар булды. 18 февралдә иһә бөтәһе лә эшкә сыҡты”, – тип һөйләй дөйөм бүлек начальнигы Анжелла Сәфиуллина. Икенсе этап иһә 5 февралгә планлаштырылған.
Фото:Башинформ.
Читайте нас