Медицина препараттары коронавирус инфекцияһы раҫланған пациенттарға БР һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан бүленә. Дарыуҙар исемлеге федераль кимәлдә билдәләнгән һәм раҫланған. Табип тәғәйенләүе буйынса дарыуҙар тупланмаһына антибиотиктар, вирусҡа һәм температураға ҡаршы препараттар индерелеүе мөмкин.
Ирекмәндәр 21-се ҡала дауаханаһы поликлиникаһы пациенттарына ике адрес буйынса дарыуҙарҙы алып барып тапшырҙы. Уларҙы тапшырған ваҡытта санитар хәүефһеҙлек нормалары тулыһынса үтәлде.
Дарыуҙар исемлеге һәр ауырыу өсөн табип тарафынан шәхсән билдәләнә. Мәҫәлән, Мәрйәм Муллағәлиеваға ике ҡап «Гриппферон», «Азитромицин» һәм «Арепливир» яҙылған. Икенсе пациент иһә «Арепливир» урынына «Арбидол» алды.
Пенсионер Марьям Муллағәлиева активистарға ҙур рәхмәт белдереп, хәленең яҡшыра башлауын әйтте.
2020 йылдың 1 ноябренән алып “Берҙәм Рәсәй” ирекмәндәре көсө менән ковид менән зарарланыусылар өсөн 6,4 мең дарыу алып барыу ойошторолған. “Беҙҙең хәстәр” проектына 7312 ирекмән йәлеп ителгән, шул иҫәптән 2003 автоирекмән һәм ковидтан өйҙә дауаланыусы кешеләргә дарыуҙар т арыурға әҙер тороусы 272 ирекмән.