“Лиза Алерт Башҡортостан” эҙләү-ҡотҡарыу отрядының ирекмәндәре социаль селтәрҙәрҙә Ҡырмыҫҡалы районының Набережный ауылында йәшәүсе Айрат Байымовтың хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында хәбәр итә. 37 йәшлек ир 30 декабрҙә йортонан сыҡҡан һәм әйләнеп ҡайтмаған.
Айратҡа медицина ярҙамы кәрәк булыуы ихтимал.
Тышҡы билдәләре: буйы 170 сантиметр, ябыҡ кәүҙәле, ҡара сәсле, һоро күҙле.
Юғалған көндө ниндәй кейемдә булыуы билдәһеҙ.
Әгәр ҙә Айраттың ҡайҙалығын белеүселәр булһа, 112 йәки 8-800-700-54-52 һандарын йыйып хәбәр итеүегеҙҙе үтенәләр.
Фото: "Лиза Алерт Башҡортостан"