Юғалған ирҙең ҡыҙы Гөлсинә әйтеүенсә, 2019 йыл башында ул инсульт кисергән, оҙаҡ ваҡыт аңһыҙ ятҡан һәм хәтерен юғалтҡан. Йәйен ирҙе икенсе тапҡыр дауаханаға һалғандар, янына тәрбиәләү өсөн хәләл ефете лә барған була. 8 июлдә иртәнсәк ул урамға тәмәке тартырға сыға һәм бер эҙһеҙ юғала. Ҡатыны Асҡар буйлап йүгереп эҙләргә тотона, полицияға ғариза яҙалар, әммә ир табылмай.
Киләһе ике-өс ай дауамында Сөләймәновтарға төрлө мәғлүмәт килә – кемдәрҙер ирҙе Асҡар үҙәгендә асарбаҡтар менән күреүен еткерә, бер көтөүсе уны урманда тап итеүен хәбәр итә. Хоҡуҡ һаҡсылары һабантуй үткәрелгән урманда юғалыусының аяҡ кейемен таба. Шул уҡ ваҡытта көтөүсенең һүҙҙәренсә, ул ялан аяҡ булған.
Яҡындары ирҙең тере булыуына өмөтөн өҙмәй, яңыраҡ ирекмәндәр менән бергә эҙләй башлағандар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хоҡуҡ һаҡсыларының бер ниндәй ҙә эш алып бармауын билдәләй улар. Күреүселәр булһа, ниндәй ҙә булһа мәғлүмәткә эйә булһағыҙ, киләһе телефон һандары буйынса хәбәр итеүегеҙ һорала – 8 908 053 31 26, 8 909 097 72 60.