Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Ғинуар 2021, 12:59

Юл фажиғәләре - 18 ғинуар

Кисә республика юлдарында һигеҙ автомобиль аварияһы теркәлгән, туғыҙ кеше яраланған.

Көндөҙ, сәғәт бишенсе ярты тирәһендә, Иглин ауылының Төҙөүселәр урамында 46 йәшлек ир ВАЗ-2115 машинаһында ыңғай барған "Chevrolet Aveo"ға барып бәрелгән.
"Chevrolet" водителенә, 41 йәшлек ҡатынға, медицина ярҙамы күрһәтелгән. ВАЗ водителенең эскән килеш машина йөрөткәне мәғлүм. Был ваҡиға буйынса тикшереү бара.
Тәүлек эсендә 2300-ҙән ашыуыраҡ юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлгән, 25 иҫерек водитель тотолған.
Фото: БР ЮХХДИ сайтынан.
Читайте нас