Йоҡоно өйрәнеү буйынса тәжрибәләрҙә ҡатнашыусы. Фән өсөн кәрәкле һөнәр был. Тик ундай ергә барып эләгеүегеҙ генә шарт. Табип һәм нейрофизиологтар тәжрибәлә ҡатнашыусыларҙы бөтә донъя буйлап йыя, имеш. Көнөнә 1000 доллар түләүҙәре ихтимал.
Профессиональ сит ил кешеһе. Бындай һөнәр Ҡытайҙа кәрәк. Һары сәсле, аҡ йөҙлө булһағыҙ, тағы ла һәйбәтерәк. Эш шунда: Ҡытай компаниялары реклама өсөн Европа йөҙлө кешеләрҙе ылыҡтыра. Йәнәһе, сит ил партнеры. Ҡытай телен белеү йәки уларҙың бизнесында нимәлер аңлау мөһим түгел. Бары тик шулар араһында ултыраһың, ҡулдарын ҡыҫаһың, төртөп күрһәтеп, маҡтанһалар, ҡыуанаһың. Һәм аҙнаһына 1000 доллар аҡса эшләйһең.
Ялланған туған. Был да Азия яҡтарында таралған һөнәр икән. Япон агентлығы туйҙар, байрамдар өсөн туғанлыҡҡа кешеләр яллай. Эш ҡиммәт түгел: 100 доллар самаһы. Банкетта ашап та сығаһың.
Селтәрҙә шәхси һатып алыусы. Интернетта клиентҡа кәрәкле тауарҙы табаһың да, яҡшы хаҡ менән һатып алаһың. Ресерчер тип тә йөрөтәләр, буғай. Мәҫәлән, беҙҙә Amazonда тауар эҙләп табып биреү айына 13,5 мең һумға төшә.
Эт һуғарыусы. Тура мәғәнәһендә был. Тик арзан эш. Лутсы бармағыҙ унда. Сәғәтенә уртаса 250 һум ғына түләйҙәр. Бәләкәй ҡалаларҙа – 100 һум.
Диванды һынаусы. Йомшаҡмы, ҡатымы, шығырламаймы? Рәсәйҙә популяр һөнәр, имеш. Ары-бире интернетта иғлан күреп ҡалһағыҙ, алдаҡ булмауы ла бар. Хаҡы диван хаҡына ҡараптыр...