Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Ғинуар 2021, 16:10

Үҙ улының йөрәгенә бысаҡ ҡаҙаған

Ҡот осҡос хәл Өфөлә теркәлгән.

Былтыр ғинуар айында баш ҡалабыҙҙа 50 йәшлек ир үҙ улының башына еткән. Республика прокуратураһында хәбәр итеүҙәренсә, атай һәм ул араһында бәхәс сыҡҡан һәм һуғышҡа тиклем барып еткән. Янъялдан һуң йәш егет дуҫтары менән өйҙән сығып киткән. Әммә атаһы уны лифтта ҡыуып еткән һәм күкрәгенә бысаҡ ҡаҙаған. Бысаҡ егеттең тап йөрәгенә тура килгән. Йәш егет ҡан юғалтыуҙан подъезд майҙансығында йән биргән.
Иргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған, әммә ул үҙ ғәйебен танымаған. Өфө ҡалаһының Киров районы суды ҡарары менән ул ете йыл төрмәлә үткәрәсәк.
Фото: Т. Аманов
Читайте нас