Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Января 2021, 16:05

ОНФ әүҙемдәре һәм #Беҙ бергә акцияһында ҡатнашыусыларҙың хәйриә акцияһы

Улар Өфөләге Крестовоздвижен ҡорамы янындағы приютҡа аҙыҡ-түлек тапшырҙы. ⏬

«Живое село» ауыл хужалығы кооперативы йөҙ килограмдан ашыу һөт ашамлығын бүләк итте. Бөтә Рәсәй халыҡ фронты әүҙемдәре иһә Өфө супермаркеттарҙа урынлаштырылған "изгелек арбалары"нда йыйылған әйберҙәрҙе тапшырҙы.
Приютта ҡырҡлап кеше йәшәй. Ҡорам настоятеле, протоиерей Роман Хәбибуллин һәм уның ярҙамсылары өйһөҙ ҡалыусыларға документтарын тергеҙешә, кәрәкһә дауаханаларға барырға ярҙам итә. Өс тапҡыр ашатыу ойошторолған, түшәк кәрәк-ярағы бирелә.
Крестовоздвижен ҡорамы приютында йәшәүселәргә ярҙам итергә теләүселәр 02region@onf.ru электрон почтаһы аша бәйләнешкә сыға ала.
Фото: Т.Аманов
Читайте нас