Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Ғинуар 2021, 10:50

Нисә градус һыуыҡта мәктәпкә бармаҫҡа мөмкин?

Был һорау бик күп ата-әсәне ҡыҙыҡһындыра.

Ауыл мәктәптәрендәге башланғыс класс уҡыусыларына 23 градус һалҡын булғанда уҡырға бармаҫҡа мөмкин. 25 градус һалҡында иһә ҡала мәктәптәренең башланғыс класс уҡыусылары һәм ауылда белем алған 5-9 класс уҡыусылары уҡымай.
Термометр 27 градусҡа төшһә, ҡала мәктәптәренең 5-9 класс уҡыусыларының дәрескә бармаҫҡа хоҡуғы бар. Ҡаланың өлкән класс уҡыусылары температура – 32 градусҡа түбән төшһә, өйҙә ҡала ала. Ә ауылда өлкән класс уҡыусыларына 30 градуслыҡ һалҡын мәктәпкә бармау өсөн сәбәп булып тора.
Читайте нас