Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Ғинуар 2021, 17:37

"Ковидҡа ҡаршы паспорт" кемдәргә бирелә?

БР һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова әйтеүенсә, март аҙағына тиклем Башҡортостанға яңы коронавирус инфекцияһынан 151,5 мең доза «Гам-КОВИД-Вак» вакцинаһы алынасаҡ.

Февралдә – 50,8 мең, мартта – 100,7 мең.
“Дөйөм вакциналау “ковидҡа ҡаршы паспорт” алыу менән бәйле. Поликлиникала вакцина эшләткәндән һуң “Дәүләт хеҙмәте” порталында һәр кемдең шәхси кабинетына QR-код индерелә”, – тип аңалатты министр урынбаҫары.
Антитәнсәләр кимәлен билдәләү өсөн тесты һәр кем үҙ иҫәбенә йә эш биреүсе иҫәбенә үтергә тейеш. Ә вакцина эшләткәндән һуң антитәнсәләр 10 берәмектән күберәк булған осраҡта “ковидҡа ҡаршы паспорт” бер йыл ғәмәлдә була, ә ковид менән ауырып һауыҡҡандар өсөн – өс ай.
Фото:Т.Аманов.
Читайте нас