Яңы башланған йылдың тәүге яртыһында Росcтат (Рәсәй статистикаһы федераль хеҙмәте) иҡтисади йәниҫәп үткәрә. Бәләкәй бизнес субъекттары һанала.
Бөгөн беҙҙең илдә эшләүсе предприятиеларҙың 75 проценты һәм 15 миллион кеше бәләкәй бизнес категорияһына ҡарай икән. Тимәк, иҡтисадҡа ла уларҙан тос өлөш төшөргә тейеш. Дәүләт тә эшҡыуарҙарҙың нисегерәк йәшәүен, эшләүен белергә бурыслы.
Уларҙы иҫәпләү ҙә электрон форматта үтәсәк. 1 апрелгә тиклем анкета тултырыу фарыз. Түбәндәге порталдар һеҙгә ярҙамға килер, эшҡыуарҙар:
- "Госуслуги" ("учетная запись" раҫланырға тейеш);
- Росстат сайты (электрон цифрлы ҡултамға булырға тейеш);
- документтарҙың электрон әйләнешен тәьмин итеүсе операторҙар.
Бик тә булмаһа, ҡағыҙ анкета тултырырға ла мөмкин. Росстат конфеденциаллыҡҡа гарантия бирә.
Бәләкәй бизнесты иҫәпләү биш йылға бер тапҡыр үткәрелә. Унда ҡатнашыу мотлаҡ.
Һорауҙарығыҙ буйынса Башстат хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә мөмкин.