Был төбәктәрҙә һауа температураһының ҡапыл үҙгәреүе хас, көслө ел һәм буран булһа, юлдарҙы бейек көрт һырып ҡуя. Юл машиналары паркы артыуы һауа торошондағы үҙгәрештәр көтөлгәндә мунициапаль һәм төбәк юлдарын төҙөк тотоуҙы, ваҡытында ҡарҙан таҙартыу, боҙлауыҡ булғанда ҡом һибеү кеүек эштәрҙе башҡарырға мөмкинлек бирәсәк. Юл комплексын махсус машиналар менән тәьмин итеүгә республика бюджетынан 160 млн һум күләмендә аҡса бүленгән. Былтыр төбәк ҡаҙнанһынан 500 млн һумлыҡ 97 берәмек техника алынған.