Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Ғинуар 2021, 15:55

Юл фажиғәләре - 17 ғинуар

Кисә республика юлдарында туғыҙ автомобиль аварияһы теркәлгән, өс кешенең ғүмере өҙөлгән, туғыҙ кеше яраланған.

Алдан яҙыуыбыҙса, киске сәғәт бишенселә Белорет районында, Белорет-Сосновка-Үткәл автоюлының 6-сы саҡрымында, "Daewoo Nexia" менән "Урал" йөк машинаһы бәрелешә.
"Daewoo Nexia"ның 28 йәшлек водителе менән уның пассажиры, 27 йәшлек егет, алған яраларҙан шунда уҡ йән бирә.
Ағас ташыған "Урал" машинаһы менән Белорет ҡалаһынан 25 йәшлек егет идара иткән.
Был фажиғә буйынса әлегәсә тикшереү дауам итә.
Киске сәғәт туғыҙынсыла Саҡмағош районында, Яңы Балтас-Йомаш автоюлының 11-се саҡрымында, 30 йәшлек водитель "Лада Гранта" машинаһында 55 йәшлек йәйәүлене тапап, кюветҡа төшөп киткән. Йәйәүле "Тиҙ ярҙам" килгәнгә тиклем йән биргән. Уның кейемендә яҡтылыҡ сағылдырыусы элементтар булмаған.
Тәүлек эсендә 2200-ҙән ашыуыраҡ юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлгән, 56 иҫерек водитель тотолған.
Фото: БР ЮХХДИ сайтынан.
Читайте нас