Декабрҙә 34 йәшлек чиновник, туристик кәрәк – яраҡ һатып алыу һылтауы менән, хакимиәт һәм урындағы эшҡыуар менән килешеү төҙөй. 14 палатка өсөн 100 мең самаһы аҡса күсерергә кәрәк була. Тик чиновник эшҡыуарға тауар килтерергә кәрәкмәй, тип, күскән аҡсаны ҡулаҡса менән кире ҡайтарырға ҡуша.