Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Ғинуар 2021, 08:05

Минск хоккейһыҙ ҡалды…

Быйыл хоккей буйынса донъя чемпионатын Латвияның Рига һәм Белоруссияның Минск ҡалалары ҡабул итергә тейеш ине.

Әммә Минскиҙағы сыуалыш арҡаһында, ҡатнашыусы ҡайһы бер илдәр, унда барыуҙан баш тартты. Һәм Халыҡ-ара хоккей федерацияһы тиҙ арала кәңәшмә ойоштороп, Минскиҙағы буласаҡ уйындарҙы икенсе ергә күсерегә булды. Әлеге ваҡытта һөйләшеүҙәр бара. Ҡайһы бер мәғлүмәттәргә таянғанда, уға Словакия, Дания һәм Латвия дөғүә итә.
Беренселек, 21 майҙан 6 июнгә хәтлем үтеүе ҡаралған.
Фото: ТАСС.
Читайте нас