Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Ғинуар 2021, 18:15

Илселә мажаралы уйын

"Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнашҡан Учалы районының Илсе ауылында ҡышҡы мажаралы уйындар үтте.


"Офоҡ" турист-спорт үҙәге квеста ҡатнашыусылар өсөн әллә күпме ҡатмарлы эштәр уйлап сығарғайны: уҡ та аттырҙылар, тиҙлеккә утын да ярҙырттылар, тыуған яҡ тураһында һорауҙарға ла күмделәр...
Илселәрҙе ҡеүәтләп, күрше Учалы һәм Сәфәр ауылдарынан да көйәрмәндәр килгәйне, барыһы ла рәхәтләнеп саф һауала күңел астылар.
Афарин, учалылар! Алға, Учалы!
Фото: "Бәйләнештә" сайтынан.
Читайте нас