Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Ғинуар 2021, 14:45

Гүзәл Уразованы халыҡты алдауҙа ғәйепләйҙәр

Үҙенең ижадын яратыусы тамашасыларҙың күп булыуынан файҙаланып, йырсы сифатһыҙ косметика һәм кер йыуыу порошогы һата, тип яҙа популяр татар аккаунты. Был хәлгә ҡарата күршеләрҙең мәҙәниәт министры ла үҙ фекерен әйткән.

Йырсының “А”. компанияһында алты меңдән ашыу кеше эшләй. “Татар эстрадаһының принципһыҙ артистары, Инстаграмдағы аудиторияның ышанысы менән файҙаланып, файҙаһыҙ кер йыуыу порошогы һәм косметиканан торған селтәр бизнесын төҙөй. Коронавирус һәм иҡтисади көрсөк мәлендә халыҡ, Уразованың вәғәҙәләренә ышанып, уға һуңғы аҡсаһын тотоп килә. ...
Белеүегеҙсә, селтәрле маркетингта пирамиданың өҫкө өлөшө генә аҡса эшләй”, - тип яҙған посҡа яуап итеп, йырсының командаһынан янау һәм был хәбәрҙе юйыу талабы яуа башлаған.
Был хәлгә ҡарата Татарстандың мәҙәниәт министры Ирада Әйүпова ла үҙ фекерен әйткән: “Был кешеләр (артистар) - ирекле йөҙөүҙә. Халыҡ уларға ышана, ә йырсылар ышаныс менән файҙалана, шуға күрә төрлө рекламала ла төшә. Ҡайһы берәүҙәр артистарға төрлө сауҙа эшендә ҡатнашыуҙы министрлыҡ тыйһын ине, тип ялыу яҙа. Минеңсә, был ведомствоның эшмәкәрлеге булып иҫәпләнмәй. Әгәр ҙә мутлыҡ йәки пирамида төҙөү факты бар икән, хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итергә мөмкин, - тип, чиновник йырсыларҙың күп ваҡыт төп шөғөлөнән килем ала алмауҙарын, уларға ла кредит йәки ипотека түләргә кәрәклеген дә иҫкәрткән.


Әйткәндәй, бик күп халыҡ һәм атҡаҙанған артистар башкөллө селтәрле маркетингҡа сумды. Хатта ғаиләләре менән дә уңышлы эшләй, уларҙың аккаунттары күптән инде интернет – магазиндарҙы хәтерләтә.
Читайте нас