– Бөгөн республикала тарихта ҡала торған сара уҙа – данлыҡлы Джефф Монсон беҙҙә джиу-джитсу һәм грэпплинг буйынса үҙенең мәктәбен аса – тине Радий Хәбиров. – Мин Джефф менән бер нисә йыл элек таныштым һәм уның бөйөк спортсы һәм оло йөрәкле кеше икәненә инандым. Өфөлә бындай мәктәптең асылыуы Башҡортостан спорты үҫешенә оло аҙым булып тора. Меңәрләгән малай-ҡыҙ үҙ-үҙен яҡлау алымдарын өйрәнәсәк, бәғзеләре беҙҙең Джефф кеүек бөйөк спортсы буласаҡ.
Джефф Монсон, үҙ сиратында, сарала ҡатнашыусыларҙы спортҡа һәм сәләмәт йәшәү рәүешенә битараф булмағандары өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Мин барыһы менән дә үҙемдең белем-тәжрибәм менән уртаҡлашырға әҙер, – тине ул. – Спорт кешеләрҙе гел берләштерә. Джиу-джитсу һәм грэпплинг секциялары республиканың бар кешеләре шөғөлләнә алһын өсөн хәлемдән килгәнде башҡарасаҡмын. Бында, Башҡортостанда мин үҙеәде үҙ өйөмдәге кеүек тоям. Алдағы йылдарҙы мин республикала спорт һәм көрәште үҫтереүгә бағышларға йыйынам.
Спорт мәктәбе Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә һәм "Нефтсе" бассейны залында урынлашасаҡ.