Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Ғинуар 2021, 08:16

«Бөгөндән мин етем»

Билдәле йырсы Әнүәр Нурғәлиевтың атаһы мәрхүм булған.

«Атайым беҙҙе ташлап китте. Бушлыҡ. Бер ни ҙә аңламайым, ауыр. Ҡайһы берәүҙәр бөгөн концерт үткәреүем өсөн мине хурларға маташыр, әммә мин тамашасыма ҡайғымды һиҙҙерергә хаҡым юҡ ине.
Иртәгә атайымды һуңғы юлға оҙатабыҙ. Мәрүәр улы булыуым менән сикһеҙ ғорурланам. Атайым, әсәйем, рәхмәт һеҙгә! Алла бирһә, һеҙҙе һәр көн һайын барлыҡ белгән доғаларым менән иҫкә аласаҡмын, концерттарым менән данлаясаҡмын. Бөгөндән мин етем», – тип яҙған социаль селтәрҙәрҙә йырсы.
Йырсының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас