Роман Филиппов урам һепереүсе Юрийҙың тормошо тураһында бәйән иткән. Баҡтиһәң, ир ата-әсәһеҙ, инвалид балалар өсөн йортта үҫкән.
Үҫкәс, бер нисә тапҡыр үҙенең бүлмәһен мутлашыусыларға яҙҙырған, ә һуңынан боҙоҡ кешеләргә ышанып, улар өсөн 500 мең кредит алған.
Ирҙең 700 мең һум самаһы бурысы бар. Уның инвалидлыҡ буйынса пенсияһы бурысы өсөн тотоп ҡалына. Юра урам һепереүсе булып эшләй, сәскә үҫтерә, шиғырҙар яҙа.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, бөгөн иртәнсәккә тиклем битараф булмаған кешеләр Юраға 650 мең һум аҡса йыйған.
https://vk.com/bashkortostanim?from=quick_search