Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Ғинуар 2021, 16:32

Учалыла COVID-тан вакцинация башланды

Учалы үҙәк ҡала дауаханаһында 15 ғинуарҙа коронавирус инфекцияһына ҡаршы прививкалау кампанияһы старт алды.



Вакцинаның тәүге партияһы (270 доза) 14 ғинуарҙа килеп еткәйне.

Был вакциналар социаль учреждениелар хеҙмәткәрҙәре һәм социаль хеҙмәт ҡулланыусыларына тәғәйенләнгән.
Дауахана хеҙмәткәрҙәре вакцинация буйынса аңлатыу һәм ойоштороу эшен алып бара, ошо йүнәлештә стендтар, памяткалар, инструкциялар әҙерләнгән.
Фото: "Бәйләнештә" сайтынан.
Читайте нас