Кисә Дүртөйлө — Нефтекама автоюлының 85-се саҡрымында, Краснокама районы тәңгәлендә, Ағиҙел ҡалаһынан 28 йәшлек ҡыҙ идара иткән Ford Fiesta автомобиле һәм Нефтекаманан 50 йәшлек ир идара иткән Volkswagen Polo бәрелешә.
Башҡортостан ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, авария һөҙөмтәһендә Volkswagen водителе ваҡиға урынында һәләк була. Уның пассажирҙары — 66 йәшлек һәм 51 йәшлек ҡатында дауаханаға оҙатылған.
Уҙған тәүлектә республика юлдарында ете автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа биш кеше һәләк булған һәм ун кеше төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре 2800 юл ҡағиҙәһен боҙоу осрағын асыҡлаған, 57 водитель иҫерек килеш тотолған.