Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Ғинуар 2021, 07:50

Иҫке Шәрәй ата-әсәләренә ҙур ярҙам буласаҡ!

Ҡырмыҫҡалы районының Сәхәй ауыл биләмәһендә урынлашҡан был ауылда бәләкәй 31 бала бар. Былтыр уларҙы йөрөтөү өсөн мәктәп бинаһының бер өлөшөн мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө итеп үҙгәртеү башланды. ⏬

Эштәр "Демография" милли проекты буйынса башҡарыла. Сығымдар суммаһы 3 миллион һум тирәһе тәшкил итте. Мебель-маҙар, ҡорамалдар килтерелгән, хәҙер бында бары тик эшкә лицензия алыу кәрәк. Төркөмгә 1,5 йәштән 7 йәшкә тиклем 20 бала йөрөйәсәк.
Фото: Администрация муниципального района Кармаскалинский район Республики Башкортостан
Читайте нас