Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Ғинуар 2021, 15:47

Бер туған һеңлеһен талаған

Һупайлы биҫтәһендә йәшәгән 29 йәшлек ҡатындың бүлмәһенән телевизор, колонкалар һәм блендер юғала.


Ваҡиға урынына тәфтиш-оператив төркөм юллана.
Ҡатынды уның менән бер фатирҙа йәшәгән 31 йәшлек ағаһының талағаны асыҡлана.
Алдан бурлыҡ өсөн хөкөм ителгән ир ҡулға алынған. Ул үҙ ғәйебен танған.
Был турала БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас