Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Ғинуар 2021, 16:00

Башҡорт ырыуҙары йыйылыша

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты был йылды Башҡорт тарихы йылы тип иғлан итте. Тимәк, тарихыбыҙға тағы ла бер тапҡыр ентеклерәк байҡау яһаясаҡбыҙ. Ошо көндәрҙә үткән ултырышта ырыуҙар йыйыны тураһында ла һүҙ барҙы. Ҡайһы ырыу вәкилдәре йыйыла, тиһегеҙме?

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Тарих һәм башҡорт халҡын үҫтереү мәсьәләләре буйынса комиссияһының киңәйтелгән ултырышында билдәләнеүенсә, «Ырыуҙар ҡоро» проекты ғәмәлгә ашырыла.
Уның авторы Юлдаш Йосопов әйтеүенсә, сара республика телевидениеһында тормошҡа ашырыу өсөн әҙерләнә, елдәк, балыҡсы, ирәкте, мең, ҡаңлар, юрмый һәм башҡа ырыуҙар ҡоро үткәреү күҙаллана.
Шулай уҡ Башҡорт тарихы йылының төп йүнәлештәре — башҡорт ырыуҙары тарихы һәм Каруанһарай тарихи-архитектура комплексы буйынса саралар, «Шайморатов вариҫтары» проектын дауам итеү, күренекле башҡорт эшмәкәрҙәре иҫтәлеген мәңгеләштереү, «Төньяҡ амурҙары» исемле яңы проект.
Фото: vk.com
Читайте нас