Башҡортостан халҡы урам һепереүсе, өсөнсө төркөм инвалиды Юраның бурыстарын ҡаплау өсөн бер тәүлек эсендә 650 мең һумдан артыҡ аҡса йыйған. Был хаҡта социаль селтәрҙәрҙә Өфө фотографы Роман Филиппов хәбәр итте.
Юраның бәләһе тураһында Филипповтың фоторәсемдәренән һуң билдәле булғайны. Фотографтың һөйләүе буйынса, Юра менән ул бала саҡтан уҡ таныш. Ирҙе сабый сағында уҡ ата-әсәһе ташлаған. Малайҙа менталь үҫешенең тотҡарланыуы табылған, шунлыҡтан ул үҙ аллы тормошҡа яраҡлаша алмаған.
Бер нисә йылдан Романдың әсәһе Юраны урамда осрата – ул урам һепереүсе булып эшләп йөрөй. Һөҙөмтәлә, фотографтың өләсәһе һәм инәһе ирҙе үҙ ҡарауы аҫтына ала.
- Өләсәйем уның икенсе әсәһе булды. Түрәләрҙең тупһаларын оҙаҡ ваҡыт тапап, етемлек буйынса тейешле фатирҙы алып биреште. Әммә ҡайһылыр ваҡыттан муттар ирҙең ауырыуы менән файҙаланып, уның фатирын уҙ исемдәренә яҙҙырырға булған. Быны эшләй алмағас, улар урам һепереүсене ҙур суммаға кредит алырға мәжбүр иткән. Әлеге ваҡытта Юраның бурысы 700 мең самаһы, приставтар уның пенсияһын һәм эш хаҡын шул бурысты ҡаплау өсөн тартып алып тора, - тип хәбәр иткәйне Роман.
Юраға нисектер ярҙам итеү өсөн фотограф уға фотосессия ойошторған һәм фотоларын социаль селтәрҙәрҙә таратҡан. Социаль селтәрҙәрҙә ултырыусылар ирҙең билдәле Голливуд актерҙарына оҡшаш булыуын билдәләй.
Һөҙөмтәлә, республика халҡы ярҙамында Роман тиҙ арала кәрәкле сумманы йыйып инвалидтың бурысын ҡаплауға ирешә.