Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Ғинуар 2021, 15:05

Аҙна сатлама һыуыҡ менән башланмаҡсы

Термометр бағанаһы -32-не күрһәтәсәк, ти Башгидрометүҙәк белгестәре.

Иртәгә, 18 ғинуарҙа, көндөң аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Төндә урыны менән ҡар яуасаҡ.
Юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ, ҡар һырынтылары булыуы ихтимал. Шулай уҡ томан, 1-2 саҡрымғаса күреү һәләте көтөлә. Ел көнбайыштан, секундына 3-8 метр.
Төндә термометр бағанаһы -20, -25, урыны менән -32-не күрһәтәсәк, көндөҙ — -16, -21 градус.
Фото: Ләйлә Аралбаева.
Читайте нас