Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Января 2021, 15:30

Шуларҙы аша ла ныҡ бул һәм ҡартайма...

Ғалимдарҙың тикшеренеүҙәренә таянып, яман вирустан тиҙ шәбәйергә һәм организмдың “йәшлеген” оҙонайтырға булышлыҡ итеүсе ризыҡтарҙан “алтын исемлек” төҙөлгән.

«Иммунитет менюһы»нда төп урынды цинкка, С һәм D витаминдарына бай аҙыҡ-түлек алып тора.

Бына улар: брокколи, ҡара ҡарағат, әфлисун, витаминдарға байытылған “Хлопья для завтрака”, цинкка бай краб консервалары (тик яһалма краб менән бутамағыҙ), креветкалар, бешкән йомортҡа, консерваланған ҡуҙаҡлылар.

Шулай уҡ D витаминлы аҙыҡ ҡушылмаларын көнөнә 50 микрограмм самаһы ашаһағыҙ, файҙаға булыр.

Эксперименттар күрһәтеүенсә, ошо ризыҡтарҙы ашаусылар коронавирустан һуң тиҙ нығынған.

Шуныһы ла бар: һәр кеше үҙенә күрә айырым, витаминдар ҡабул иткәндә лә һөҙөмтә бөтәһенә лә бер тигеҙ булмауы ихтимал.

Фото: Фейсбук.

Читайте нас