Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Ғинуар 2021, 07:30

Радик Юльякшинға ни өсөн 30 миллион һум аҡса биреләсәк?

Ошо көндәрҙә БР дәүләт һәм халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм яҡлау буйынса грант еңеүселәре билдәле булды. 80 миллион һум 38 еңеүсегә бирелде. Иң ҙур сумманың - 30 миллион һумдың популяр йырсы Элвин Грейға бүленеүе күптәрҙә бәхәс һәм ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Сайтта быға аңлатма бирҙек. ⏬

Баҡтиһәң, Радик "Яңы моң" шоу-проектын башлай икән. Былтыр ул декабрь айы башында һайлап алыу туры иғлан иткән. Башҡортса, русса йәки инглизсә йырҙар башҡарған конкурсанттар араһында 50 кеше һайланып алынасаҡ һәм улар араһында 1 млн һумлыҡ приз өсөн тапшырыуҙар төшөрөләсәк. Шоу 16 сығыштан торасаҡ һәм уны республика, Рәсәй телеканалдары күрһәтәсәк.
Ҡарарбыҙ, күҙәтербеҙ, баһаларбыҙ...
Фото: Т.Аманов
Читайте нас