Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Января 2021, 17:59

Пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеге иғтибар үҙәгендә

Республикала йыл башынан алып пассажир автобустары ҡатнашлығында өс авария теркәлгән, өс кеше һәләк булған, 13 кеше яраланған.

Авариялар Салауат һәм Шишмә райондарында, Өфө ҡалаһында булған.
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ошо ике аҙна эсендә меңдән ашыу автобусты тикшереп, 830 протокол төҙөгән. Мәҫәлән, бер водитель танытмаһынан мәхрүм ителгән килеш автобус йөрөткән; 66 водитель пассажирҙарҙы йөрөтөү ҡағиҙәләрен боҙған; 17 водитель йәйәүлеләргә юл бирмәгән, 3 водитель телефондан һөйләшеп килгән саҡта тотолған һ.б. һ.б.
Дәүләт автоинспекцияһы был йүнәлештә эшен дауам итәсәк.
Фото: БР ЮХХДИ.
Читайте нас