Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Ғинуар 2021, 16:25

Өфөлә юғалған 58 йәшлек ҡатын үле килеш табылды

«Лиза Алерт» ирекмәндәре хәбәр итә.

Өфөнән 58 йәшлек Людмила Соболинская Яңы йылға тиклем, 18 декабрҙә юғалғайны. Уны әлегә тиклем хоҡуҡ һаҡсылары һәм «Лиза Алерт. Башҡортостан» ирекмәндәре эҙләне.
Быға тиклем бер мәғлүмәт тә юҡ ине, бөгөн ирекмәндәр күңелһеҙ хәбәр еткерҙе — оло йәштәге ҡатын үле килеш табылған. Сәбәптәре асыҡлана.
Мәрхүмәнең яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас