Өфөлә йәшәгән 46 йәшлек ҡатынға билдәһеҙ кеше, йәнәһе лә, "банк хеҙмәткәре", шылтыратып, уның башын бутаған. "Буталыу" хаҡы - 322 мең һум.
Благовещен ҡалаһынан ир Интернеттағы иғлан аша автомобиль двигателен һатып алырға ниәтләп, муттарға барып юлыҡҡан. "Аҙашыуы" өсөн 54 мең һум аҡсаһын түләгән.
Был турала БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итәләр.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.