Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Ғинуар 2021, 08:30

БДИ- ла ниндәй имтихан булмай?

Коронавирус пандемияһы шарттарында 9–11-се синыф уҡыусыларының йыллыҡ аттестацияһы нисек үтәсәк?

9-сы синыфтар быйыл аттестатты рус теле менән математиканан имтихан биреп кенә аласаҡ. Һынауҙар май аҙағына билдәләнгән. Теләк буйынса һайланған төп дәүләт имтиханы булмай.
Вузға инергә теләмәгән 11-се синыф уҡыусылары рус теле һәм математиканан һынау тапшыра. Улар май аҙағында үтә. Юғары уҡыу йортона инергә теләүселәр вузға инергә ниндәй имтихандар кәрәк, шуларҙы бирәсәк. Быйыл математиканан БДИ үткәрелмәй.
Дәүләт аттестацияһына инеү хоҡуғын биргән йомғаҡлау иншаһы һәм изложение апрель урталарына планлаштырылған.
Читайте нас