Бөгөн төндә Занзибарҙа ике биш йондоҙло ҡунаҡхана янып киткән. Ҡунаҡханаларҙың береһе тулыһынса емерелгән, икенсеһе – өлөшлөтә. Бәхеткә күрә, зыян күреүселәр араһында яҡташтарыбыҙ юҡ, улар барыһы ла янған йорттан сығып өлгөргән.
Занзибар – Африкалағы Танзания иленә ҡараған утрауҙар архипелагы. Был утрауҙарҙа ял итеүселәр араһында рәсәйлеләр бигерәк күп, сөнки пандемия осоронда тап Танзанияға рейстар ябылманы.
Әлеге ваҡытта яҡташтарыбыҙҙы икенсе ҡунаҡханаға күсереү мәсьәләһе ҡарала.