+21 °С
Болотло
Беҙ - "Вконтакте"
Беҙ - "Одноклассники"
Беҙ - "Телеграм"да
Беҙ - "МАХ"-та
Гәзиттә ҡотлау, иғлан бирергә (расценки 2026)
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Ғинуар 2021, 11:00
Балағыҙҙы мәктәптә яҡшы ашаталармы?
Уҡыу йорттарында туҡланыуҙы ойоштороу кимәле, ризыҡ сифаты тураһында фекерегеҙҙе белдерә алаһығыҙ. Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы башланғыс кластарҙа уҡыусы балаларҙың ата-әсәләренән һорашыу үткәрә.
25 ғинуарға тиклем йылы аш сифаты тураһында әйтә алаһығыҙ. Бындай һорашыуҙар беҙҙә үтеп тора. Кәрәк сара. Әгәр етешһеҙлектәр булһа, уны бөтөрөү буйынса эшләйәсәктәр.
Ошонда инегеҙ:
https://clck.ru/Sor8K
Әйткәндәй, былтыр һорашыуҙарҙа 3668 ата-әсә ҡатнашҡан. Уларҙың 67, 7 проценты аш сифатынан ҡәнәғәт ҡалған. 64,7 проценты ризыҡты йылы көйөнсә ашатыуҙарын билдәләгән. 16,7 проценты аш-һыуҙың һалҡынлығын әйткән.
Ата-әсәләр меню төрлөлөгө буйынса ла фекерен белдерә ала. Тауыш биреү аноним рәүештә.
Фото: ТАСС.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"