Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Ғинуар 2021, 09:08

«Теләктәр шыршыһы»нда 25 сабыйҙың хыялы тормошҡа ашты

Өфөнөң «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Теләктәр шыршыһы» акцияһының сираттағы этабы уҙғарылды.

«Берҙәм Рәсәй» партияһы төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров Айбулат Лоҡмановтың хыялын тормошҡа ашырҙы. Рөстәм Марат улы малайға һәм уның ҡусты-һеңлеләренә биш планшет бүләк итте. Шулай уҡ депутат ҡулдарынан кескәй Диана Ғәзизова ла көтөп алынған «Лего» конструкторын алып ҡыуанды.
«Күберәк хыял итегеҙ, иң мөһиме, хыялдарға ирешеү өсөн, көс һалырға кәрәк икәнлеген онотмағыҙ. Беҙ тапшырған бүләктәр һеҙгә тик файҙаға булһын», — ти Рөстәм Әхмәҙинуров.
Күпселек балалар синтезатор, телескоп, велосипед, саңғы һәм коньки һораған. Шулай уҡ балаларҙы бүләк биреп ҡыуандырыусылар араһында «Берҙәм Рәсәй» төбәк бүлеге секретаре Алина Сөләймәнова, Партия яҡлыларҙың төбәк советы етәксеһе Константин Канунников, «БашИнком» ойошмаһы директоры Вячеслав Кузнецов, Башҡортостан Башлығы хакимиәтенең социаль коммуникациялар идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская ла бар.
«Матур байрам һәм шәп бүләктәр рәхмәт. Минең улым Искәндәр күптән саңғы һорай ине, әммә уны һатып ала алманыҡ. Ул йөҙөү менән шөғөлләнә, хәҙер ҡышҡы спорт менән дә ҡыҙыҡһына башланы», — ти Өфөнән туғыҙ йәшлек Искәндәрҙең әсәһе.
«Теләктәр шыршыһы» Бөтә Рәсәй акцияһының маҡсаты – етемдәрҙең, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге балаларҙың һәм һаулығында кәмселектәре булған өлкәндәрҙең Яңы йыл хыялдарын тормошҡа ашырыу. Акцияға 5 декабрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин старт бирҙе. Ғаризалар 16 ноябрҙән 15 декабргә тиклем ҡабул ителде. Башҡортостандан акцияның сайтына 500-ҙән ашыу теләк килде. Уларҙы 28 февралгә тиклем үтәйҙәр.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас