Тест режимында өс көнгә хәрәкәтте сикләп, һынап ҡараясаҡтар. Ваҡытлыса хәрәкәтте сикләүҙәрҙе «Яндекс Навигатор», « Яндекс Карта» аша ҡарарға була. «Уфанет» камералары аша ла юл тығындарының ҡайһы участкала икәнлеген күҙәтеп барырға мөмкин. Ҡала үҙәгенә Октябрь революцияһы, Посадская – Ветошников- Минһажев, Сун-Ят- Сен, Баҡалы, Киров-Ғөбәйҙуллин урамдары маршруттары аша килергә мөмкин. Дуҫлыҡ монументынан Ағиҙел буйы буйлап та йөрөргә була.