Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Ғинуар 2021, 07:35

Халыҡ иҫәбен алыу тарихынан: Һандар һәм факттар

1897 йылғы Бөтә Рәсәй беренсе халыҡ иҫәбен алыуҙа шул асыҡланған: Өфө губернаһында күпселекте башҡорттар тәшкил иткән. Түбәндә тарихсы, публицист Азат Ярмуллиндың яҙмаһынан өҙөк.

«Рәсәйҙә беренсе тапҡыр бөтә халыҡты иҫәпкә алыу 19-сы быуаттың аҙағында була. Иҫәп алыу ҡағыҙында 14 һорау ҡуйыла: кешенең ғаилә хәле, йорт хужаһына мөнәсәбәте, енесе, йәше, социаль хәле, дине, тыуған урыны, прописка, йәшәү урындары, туған теле, уҡый-яҙа белеүе, шөғөлө һәм физик кәмселектәре.
Был халыҡ иҫәбен алыуҙа кешеләрҙең милләтен һорамайҙар, ә уларҙың туған теле аша милләтен билдәләйҙәр. Йәғни, һорауҙарҙың береһе – туған телең ҡайһы тел тигән һорау була. 19-сы быуаттың аҙағында башҡорт халҡының күпселек өлөшө Өфө һәм Ырымбур губерналарында йәшәй.
1897 йылғы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре буйынса, Өфө губернаһында халыҡтың күпселек өлөшөн башҡорттар тәшкил иткән, йәғни губернала йәшәгән халыҡтың 40,98 проценты, туған телебеҙ башҡорт теле, тип яуап бирә.

Губернала 37,97 процент халыҡ урыҫ телендә һөйләшә, урыҫтар башҡорттарҙан ҡала Өфө губернаһында һан яғынан икенсе урында була.

Ә бына татарҙар Өфө губернаһында 8,41 процент ҡына тәшкил иткән.
Өфө губернаһының Бәләбәй өйәҙендә башҡорттар күп йәшәй (бөгөнгө Миәкә, Әлшәй, Бишбүләк, Бәләбәй, Туймазы, Бүздәк, Дәүләкән, Саҡмағош, Баҡалы, Илеш, Кушнаренко, Шишмә райондары). Бында башҡорттар халыҡтың 53,78 процентын тәшкил иткән, урыҫтар – 20,92, татарҙар 11,26 процент.

Бөрө өйәҙендә лә башҡорттар күпселекте тәшкил иткән (хәҙерге Бөрө, Дүртөйлө, Борай, Мишкә, Тәтешле, Яңауыл, Краснокама, Асҡын, Ҡариҙел, Ҡалтасы, Благовещен, Нуриман, Балтас райондары). Бында башҡорттар халыҡтың 52,69 проценты булған, урыҫтар – 28,40, ә татарҙар – 0,47 процент иҫәпләнгән.
Ә Минзәлә өйәҙендә башҡорттарҙың һаны урыҫтар менән бер тигеҙ булған: башҡорттар 32,38 процент булһа, урыҫтар – 32,57. Ә татарҙар аҙсылыҡты тәшкил иткән, улар Минзәлә өйәҙендә 28,17 процент булған. Был территория хәҙерге Татарстанға ҡарай – Минзәлә ере борон-борондан Байлар, Гәрәй, Юрмый, Бүләр, Ирәкте, Йәнәй, Һарайлы мең ырыуы башҡорттарының аҫаба ерҙәрен тәшкил иткән...»
(социаль селтәрҙән алынды).

Фото: vk.com

Читайте нас